Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тос һәм йөкмәткеле сығыш яһаны, бөтә уй-ниәттәрҙең дә балаларҙың мәнфәғәтендә тормошҡа ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Әгәр ҙә балалар баҡсаһы тураһында һүҙ һөйләһәк, шәхсән миңә балалар баҡсаһы мөдирҙәре килеп үтенестәрен белдерә. “Хәҙер Һеҙ “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә ихаталарҙа йомшаҡ япмалы балалар майҙансыҡтары эшләйһегеҙ, ә беҙҙәге балалар уйын майҙансыҡтарының ни хәлдә икәнен ҡараһағыҙ ине. Беҙгә шул хәтлем үкенесле”, – тип зарлана улар.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, ысынлап та, улар тәртипкә килтерелгән, таҙа тотола, уның ҡарауы, 20–30, хатта 50 йыл элек төҙөлгән. Ошолар тураһында шулай уҡ бергәләшеп уйлашыу кәрәк.