Быйыл март – июль айҙарында, проекттың төп өлөшө булған “Бәләкәй эштәр” марафонында ирекмәндәр отрядтары бер нисә йүнәлештә изге ғәмәлдәр атҡарҙы: өлкәндәрҙе ярҙамдан өҙмәне, социаль приюттарҙы шефлыҡҡа алды, рухи аҙыҡ таратыуға ла ваҡытын йәлләмәне. Айырыуса Ейәнсура, Нуриман, Туймазы райондары, Күмертау, Октябрьский ҡалалары йәштәре әүҙемлек күрһәтте.
Әле иһә иң-иңдәр билдәләнәсәк. Бай программа төҙөлгән: коммерцияға ҡарамаған сектор лидерҙарының оҫталыҡ дәрестәре, төркөм уйындары, ирекмәндәр хәрәкәте эшмәкәрлегенең исем туйы, “Ирекмәндең рупоры” тигән нәфис һүҙ конкурсы һ.б.