+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2019, 18:38

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты һөҙөмтәләре

БР Хөкүмәтенең дүшәмбеләге аҙналыҡ кәңәшмәһендә белдереүҙәренсә, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, республикала ете төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла. Уларға биш миллиард һум аҡса йүнәлтелә.

БР Хөкүмәтенең дүшәмбеләге аҙналыҡ кәңәшмәһендә белдереүҙәренсә, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, республикала ете төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла. Уларға биш миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
"Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" проекты буйынса алты модуль ФАП, 27 күсмә медицина комплексы алынған, 15 авария хәлендәге ФАП яңыртылған.
"Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш" проекты буйынса әлегә өс учреждениела яңы МРТ, ангиограф, алдан медицина реабилитациялау ҡорамалдары алыу күҙаллана.
"Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш" проектына ярашлы, онкодиспансер статусындағы дүрт медицина учреждениеһы яңы ҡорамаллы буласаҡ, балалар һаулығына бәйле төбәк проекты ла уңышлы ғәмәлгә ашырыла башлаған.
Әйткәндәй, һаулыҡ һаҡлау тармағын мәғлүмәтләштереүгә йәлеп ителгән федераль аҡсалар күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында килә.
Читайте нас: