+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2019, 12:50

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының муниципаль берәмектәре (ауыл ерлектәре) араһында «Айыҡ ауыл-2019» конкурсы тураһында

«Айыҡ ауыл-2019» конкурсының район этабына заявкалар ҡабул итеү тамамланды.

«Айыҡ ауыл-2019» конкурсының район этабына заявкалар ҡабул итеү тамамланды.
Муниципаль район хакимиәттәре «Райондың айыҡ ауылы» исеменә дәғүәселәрҙе билдәләп бөттө.
Беренсе этапта 53 райондан барлығы 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнаша.
Иң күп заявкалар Илеш районынан-бөтәһе 22 ауыл. Ауырғазы һәм Яңауыл райондарынан- 18-әр ауыл, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарынан 16-шар ауыл иң айыҡ ауыл исеме өсөн көрәшәсәк.
Республиканың күп райондарында бөтөн ауыл ерлектәре лә конкурста ҡатнаша. Мәҫәлән, Стәрлебаш районының 15 ауыл ерлегенән бер генә ауыл да конкурстан ситтә ҡалмаған. Благовар, Благовещен, Ейәнсура райондарында ла конкурстың тәүге этабына 15-әр заявка ҡабул ителгән.
Әйтеп китәйек, Ейәнсура районында хакимиәт башлығы инициативаһы менән үҙҙәренең приз фонды булдырылған. Район этабында еңеүселәргә 1 урын өсөн 300 мең, 2 урынға- 200 мең, 3 урынға- 100 мең һум аҡсалата бүләк ҡаралған.
Конкурс положениеларына ярашлы, заявкалар ҡабул итеү туҡтағас, райондарҙа ярыш этаптары башлана: алкоголизмға ҡаршы көрәш саралары әҙерләү һәм үткәреү, иҫерткес эсемлектәр эсеү һәм тәмәке тартыуҙы пропагандалаған рекламаларҙы хоҡуҡлы рәүештә тыйыу буйынса аңлатма эштәре алып барыу, кешеләрҙе тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр һәм башҡа наркотик матдәләр ҡулланыу бәйлелегенән ҡотҡарыуҙа ярҙам күрһәтеү; һауыҡтырыу проблемалары буйынса курстар, форумдар, конференциялар ойоштороу, шул өлкәлә эшләүсе дәүләт ойошмалары һәм башҡа ойошмалар менән бәйләнеш булдырыу. Күберәк халыҡты йәлеп итеү, мәғлүмәттә сағылдырыу һәм статистика күрһәткестәрен яҡшыртыу баһалана. Конкурстың район этаптары 19 ноябргә тиклем дауам итә. 20- 30 ноябрҙә ҡатнашыусыларҙың үҙ проекттарын йәмәғәтселек алдында яҡлауы көтөлә. Тәүге этапҡа йомғаҡтарҙы муниципаль райондың ойоштороу комитеттары яһай.
Конкурстың республика этабына заявкаларҙы ҡабул итеү 1 декабрҙә башлана.
Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, конкурста ҡатнашыусыларҙың әүҙемлектәре, мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуы баһаланасаҡ. Айыҡ тормош алып барыу тураһындағы материалдарҙы социаль селтәрҙәрҙә баҫтырғанда #Трезвое село2019, йәки #Айыҡауыл2019 хештегтарын ҡулланырға кәрәк. Унда Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының ауыл биләмәһе исемен мотлаҡ рәүештә күрһәтеү мөһим.
Бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайы менән берлектә конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы хакимиәте, муниципаль район хакимиәттәре, Ғаилә һәм хеҙмәт, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт Министрлыҡтары, Матбуғат агентлығы һәм Киң мәғлүмәт саралары тора.
Читайте нас: