-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2019, 11:25

Башҡортостан йөрәк сирле пациенттарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итә

Башҡортостанда йөрәк сирле пациенттарҙың айырым категориялары йыл дауамында республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Башҡортостанда йөрәк сирле пациенттарҙың айырым категориялары йыл дауамында республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡарарына ярашлы, амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәткәндә табиптарҙың рецептары буйынса дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнешендәге изделиелар менән тәьмин итеү йәһәтенән граждандарҙың айырым төркөмдәренә һәм категорияларына бюджет аҡсаһы иҫәбенә социаль ярҙам сараларын күрһәтеүҙе ойоштороу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде.
Сирҙәр категорияһы исемлегенә йөрәктең ишемия ауырыуы һәм мейе инфаркты индерелде. Быға тиклем дарыуҙар йөрәктең ишемия ауырыуы менән яфаланғандарға һәм 6 айға ғына бирелә ине.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, был маҡсатҡа 185 миллион һум кәрәк.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ошондай диагнозлы 10,5 мең сирле йәшәй. Бындай пациенттарҙы дауалау хаҡы йылына 4 700-33 000 һум тәшкил итә.
Бюджет ярҙамы ваҡытын арттырыу халыҡтың ҡайһы бер категорияларына — дауалауға финанс сығымдарын экономияларға, ә дәүләткә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш, ти белгестәр. Ҡарарҙы 2020 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Читайте нас: