+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2019, 17:20

Өфөлә 1 сентябрҙә 15 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара

Өфөлә 1 сентябрҙә 122 мең уҡыусы мәктәпкә бара — уҙған йыл менән сағыштырғанда дүрт мең балаға күберәк, тип хәбәр итте ҡаланың Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә.

15 мең беренсе класс уҡыусыһы тәүге тапҡыр баш ҡала мәктәптәре тупһаһына аяҡ баҫа. 2018 йылда уларҙың һаны 14 мең самаһы булған.
Баш ҡаланың балалар баҡсаларына яңы уҡыу йылында 65 мең бала йөрөйәсәк.
Әлеге ваҡытта Өфөлә 128 мәктәп, 224 балалар баҡсаһы һәм 47 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй.
Быйыл ҡаланың мәғариф ойошмаларында балалар туҡланыуы яңыртыла. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ошо хеҙмәт менән берҙәм оператор — Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге шөғөлләнә. Туҡланыу берҙәм меню буйынса ойошторола. Ата-әсәләрҙең аҡсаһын иҫәпләү өсөн туҡланыу операторы берҙәм автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын файҙалана.
Бынан тыш, 1 сентябрҙән Өфө һәм Башҡортостан мәктәптәре биш көнлөк уҡыуға күсә.
Читайте нас: