+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2019, 11:42

Өфөнән Шаҡшаға тиклем ҡала электричкаһында 21 һумға барып буласаҡ

Өфөнөң Дим станцияһынан алып Шаҡшаға тиклем ҡала электричкаһында 21 һумға барып буласаҡ.

Өфөнөң Дим станцияһынан алып Шаҡшаға тиклем ҡала электричкаһында 21 һумға барып буласаҡ. Берҙәм тариф 3 сентябрҙән үҙ көсөнә инә. Бөгөн был маршрут буйынса юл хаҡы 67 һум тәшкил итә. Үҙгәрештәр хаҡында республика йортонда үткән «Транспорт сәғәте»ндә билдәләнде. Пассажирҙар һанын арттырыу маҡсатында электричкаларҙы башҡа төр йәмәғәт транспорты менән тоташтырыу ҡарары ҡабул ителде.
Киләһе йылда 1629-сы саҡрымда күсеп ултырыу комплексы төҙөлә башлай, тағы ла дүрт станция проекты өҫтөндә эш башлана. Бөгөн Шаҡшанан Дим биҫтәһенә тиклем тимер юлы бәйләнеше ҡырҡ минут тәшкил итә, башҡа транспортта ике-өс тапҡыр күберәк ваҡыт сарыф ителә. Шуға проекттың өҫтөнлөктәре лә күп. Радий Хәбиров йыл аҙағына тиклем «Алға» картаһын электричкала ҡуллана башлау буйынса техник ҡарар табыу бурысын ҡуйҙы. Был осраҡта бер сәғәт эсендә «Башавтотранс» автобусына күсеп ултырғанда – юл хаҡы өсөн өҫтәмә түләүҙәр башҡарырға кәрәкмәйәсәк.
Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “1 ноябрҙән берҙәм тариф селтәре системаһына Өфөләге трамвай һәм троллейбустарҙы ла тоташтырыу планлаштырыла, бөгөнгә техник әҙерлек бар. Предприятиелар менән проектты тормошҡа ашырыу буйынса финанс модель ҡарала. Республика етәксеһе пассажирҙарҙы ташыу менән шөғөлләнгән шәхси компаниялар менән дә бәйләнеште дауам итеү бурысын ҡуйҙы. Был системаға улар ҙа әүҙем ҡушылыр тип көтөлә”.
Быға тиклем Өфө менән транспорт бәйләнеше булмаған 14 район үҙәгенә автобустар йөрөй башланы. Көньяҡ автовокзалдан иң күп рейстар Раевка, Дәүләкән, Архангел, Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Саҡмағошҡа ойошторолған. Шулай уҡ Әбйәлил, Балаҡатай, Бөрйән райондарына ла маршруттар асылған. Был, тәү сиратта, «Башавтотранс» предприятиеһы автопаркының яңырыуына бәйле.
Планға ярашлы, 2019 йылда бәләкәй, урта һәм ҙур класлы 527 автобус һатып алынырға тейеш. Уларҙың бер өлөшө ҡабул ителеп, Башҡортостан халҡын хеҙмәтләндереүгә ҡуйылған. Компаниялағы ыңғай үҙгәрештәргә бәйле пассажирҙар һаны артыуы ла күҙәтелә. Транспорт бәйләнешен тергеҙеү буйынса киләһе этап – йөҙ кешенән күберәк йәшәгән ауылдарҙы район үҙәктәре менән тоташтырыу.
Надир Сәмиев, «Башавтотранс» предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы: “Автопарктың яңырыуын пассажирҙар ыңғай баһалай. Бер аҙна эсендә генә бәләкәй класлы автобустар 18 мең кешене хеҙмәтләндергән. Автовокзалда йәнлелек күҙәтелә. Һуңғы һигеҙ айҙа компанияның килем өлөшө 112 миллион һумға артты”.
Читайте нас: