+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2019, 11:53

Салауат Фәтхетдиновтың орденын тартып алырҙармы?

Салауат Фәтхетдиновтың һуңғы концертындағы тауыш һаман тынмай.

Салауат Фәтхетдиновтың һуңғы концертындағы тауыш һаман тынмай. Тамашала йырсының муллаларҙан көлөүе дин әһелдәренең йәненә тейгән.
"Мосолмандарҙың патриотик хәйриә фонды" етәксеһе Рөстәм Хәбибуллин йырсынан ғәфү үтенеүен талап итһә лә, Салауат Фәтхетдинов, мин енәйәт ҡылманым, был аҙымға бармайым, тигән.
Ахырҙа Рөстәм Хәбибуллин Рәсәй Мөфтиҙәре шураһы рәйесе Рауил Ғәйнетдингә, Салауат "Әл-Фахр" орденына лайыҡ түгел һәм уны кире тартып алырға кәрәк, тип ялыу яҙған.
Был награда артисҡа 2003 йылда бирелгән.
Йырсы дин әһелдәренән ғәфү үтенерме? Бәлки, орденын тартып алырҙар...
Читайте нас: