Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ йылы һауа торошо көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 22 августа, республика биләмәһендә аҙ болотло була. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +13,+18 градус, урыны менән +8-гә тиклем, көндөҙ +21,+26, көньяҡта +30 градусҡаса.
Йома, 23 августа, көндөҙ һауа +25,+30 градусҡаса йылына, төндә +12,+17, көнсығышта +7-гә тиклем. Урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.
Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән.