+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2019, 11:39

26-27 сентябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарҙар йыйыны үтә

Баш ҡалала үтәсәк 5-се ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында утыҙ илдән ике мең ярым кеше ҡатнашасаҡ.

Баш ҡалала үтәсәк 5-се ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында утыҙ илдән ике мең ярым кеше ҡатнашасаҡ. Был турала программа комитетының Мәскәүҙә үткән ултырышында белдерҙеләр. Форумға билдәле эшҡыуарҙар, власть органдары һәм үҫеш институттары вәкилдәре килеүе көтөлә. Шул иҫәптән 5 йөҙҙән ашыуы сит илдәрҙән. ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарҙар йыйыны Өфөлә 26-27 сентябрҙә үтә.
Андрей Назаров, «Эшлекле Рәсәй» ойошмаһы рәйестәше, ШОС һәм БРИКС илдәре бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумының программа комитеты етәксеһе: “Быйылғы, юбилей форумының үҙенсәлектәре лә байтаҡ. Беҙ Шос Һәм БРИКС илдәре менән генә сикләнмәнек. Йыйынға теләгән илдәр ҡушыла ала. Әле үк 30 сит илдән ҡатнашырға теләк белдерҙеләр. Был иһә сараның абруйы йылдан- йыл артыуы тураһында һөйләй. Өҫтәүенә, беҙ Шос һәм БРИКС илдәрендә бизнес алып барыу хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт әҙерләйбеҙ. Һөҙөмтәлә, эшҡыуарлыҡ даирәләре күпкә һаҡланған буласаҡ”.
Читайте нас: