Рәсәй Хеҙмәт министрлығы 2019 йылдың икенсе кварталына халыҡтың йән башына йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне.
Норматив-хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған бойороҡҡа ярашлы, ул йән башына 11 мең 185 һум тәшкил итте.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн минимум 12 мең 130 һум, пенсионерҙарға — 9 мең 236 һум, балаларға 11 мең 4 һум күләмендә билдәләнде.
Беренсе кварталда Рәсәйҙә йәшәү минимумы 10 мең 753 һум, эшкә һәләтле халыҡҡа — 11 мең 653 һум, пенсионерҙарға — 8 мең 894 һум, балаларға 10 мең 585 һум тәшкил итте.
Йәшәү минимумы — ҡулланыусылар кәрзине хаҡы. Ул кеше һаулығын һаҡлау һәм уның йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк булған аҙыҡ-түлек, тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең минималь йыйылмаһын күҙ уңында тота. Айлыҡ түләүҙәр һәм йыйымдар ҙа йәшәү минимумына инә.
Күрһәткес федераль һәм урындағы бюджеттарҙы формалаштырыу, социаль ярҙам күрһәтеү, социаль программаларҙы әҙерләп тормошҡа ашырыу өсөн файҙаланыла.