-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 14:32

Башҡортостанда «Минең ғаиләм» социаль проекты ғәмәлә ашырыласаҡ

Уға ярашлы, етем балалар һанын кәметеү һәм эскелек менән ауырыған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

Уға ярашлы, етем балалар һанын кәметеү һәм эскелек менән ауырыған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү күҙаллана. Был турала Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова белдерҙе.
Йыл һайын 500-ҙән ашыу бала ата-әсәһе эсеүе арҡаһында социаль приютҡа эләгә. Бындай ғаиләләр һанын кәметеү маҡсатында Рәсәй төбәктәренең тәжрибәһен өйрәнеп, Башҡортостанда «Минең ғаиләм» проекты булдырыла.
Тәү сиратта социаль ярҙамды балалары приютҡа эләккән ғаиләләр аласаҡ. Проектты ғәмәлгә ашырыу бер нисә этаптан тора. Ата-әсәләргә дарыу һәм психологтар ярҙамында эскелектән ҡотолорға ярҙам ойошторола. Дауалау курсын үткән ғаиләләр артабан да күҙәтеүгә алына. Проект Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондарында тормошҡа ашырыласаҡ.
Читайте нас: