+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2019, 14:13

Миллионлы ҡалалар араһында иң бәләкәй бер бүлмәле фатирҙарҙы Өфөлә төҙөйҙәр

Бер миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында иң бәләкәй бер бүлмәле фатирҙарҙы Өфөлә төҙөйҙәр

Бер миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында иң бәләкәй бер бүлмәле фатирҙарҙы Өфөлә төҙөйҙәр. Башҡортостандың баш ҡалаһында бер бүлмәле фатирҙың уртаса майҙаны — 36,3 квадрат метр, ә уртаса хаҡы 2 278 094 һум тәшкил итә, тиелә Domofond.ru рейтингында.
Ә иркен бер бүлмәле фатирҙар — Силәбелә. Яңы йорттарҙа уларҙың уртаса майҙаны — 42,7 «квадрат», ә хаҡы — 1 807 912 һум. Артабан Һамар килә — 42,3 квадрат метр өсөн 2 266 821 һум һорайҙар.
Мәскәүҙә 40,4 «квадрат» өсөн 8 297 873 һум бирергә тура килһә, Санкт-Петербургта майҙаны 38,5 квадрат метрлыҡ фатирҙы уртаса 4 711 686 һумға һаталар.
Миллионлы ҡалалар араһында өсөнсө урынды Екатеринбург алды, унда бер бүлмәле фатирҙың уртаса майҙаны 40,7 квадрат метрға тиң, ә хаҡы — 3 183 029 һум.
Читайте нас: