Башгидрометүҙәк фараздарына ярашлы, Башҡортостан биләмәһендә алдағы өс көн ямғырлы һәм елле була. Шаршамбы, 28 августа, ямғыр яуыуы көтөлә, урыны менән бер аҙ, төндә көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 14-19 градус тәшкил итә.
Кесаҙна һәм йома, 29 һәм 30 августа, ямғыр фаразлана. Ел төньяҡтан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3,+8, көндөҙ 9-14 градус була.
«Гисметео» порталының яҡынса фараздары буйынса, республикала ял көндәрендә, 31 августа һәм 1 сентябрҙә, болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән ямғыр яуа. Температура төндә +5,+7, көндөҙ +10,+12 градус.
Көҙ башы йылы көндәр менән ҡыуандырмай. Күбеһенсә ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ +13,+16 градус, төндә +6-нан +11-гә тиклем. Сентябрҙең тәүге аҙнаһы һуңында һиҙелерлек йылыта. 7 һәм 8 сентябрҙә көндәр ҡояшлы булырға вәғәҙәләй, көндөҙ һауа +19, +22 градусҡаса йылына.