-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2019, 14:36

«Китап» нәшриәте, стратегик предприятие статусын һаҡлап ҡалып, Матбуғат йортона күсә

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең юридик статусын һаҡлап ҡала һәм республиканың стратегик предприятиелары исемлегендә тороуын дауам итә.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең юридик статусын һаҡлап ҡала һәм республиканың стратегик предприятиелары исемлегендә тороуын дауам итә. Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында «Китап»тың Өфө полиграфия комбинатынан ҡатмарлы технологик ҡорамалдарын Матбуғат йортона күсереү менән махсуслашҡан ойошманың шөғөлләнеүе тураһында һөйләне. Матбуғат йортондағы майҙандар техник өлөштө урынлаштырыу өсөн полиграфия комбинатына ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ.
«Хеҙмәткәрҙәргә уңайлы шарттар булдырыуға ҡағылышлы һорауҙар бар, унда тәҙрәләрҙән ел өрә, биналарға ла ремонт кәрәк. Ләкин нәшриәттең профиль булмаған активтары бар, мәҫәлән, гараж, уны һатып, аҡсаһын төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин, айырыуса хеҙмәткәрҙәрҙең бүлмәләрен. Беҙҙең баһалар буйынса, биналарҙы ремонтлауға 80 миллион һум самаһы кәрәк, профиль булмаған активтарҙы һатыу — варианттарҙың береһе. Техник яҡтан һорауҙар юҡ, нәшриәткә ҡаты тышлыҡтар әҙерләү өсөн ҡорамал да тапшырыла, ә шәхси компанияларҙың ундайы юҡ», — тине Олег Полстовалов.
Ул ҡайһы бер гәзит редакцияларын Матбуғат йортонан икенсе ергә күсереүҙәре тураһында имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы баһаһы буйынса, унда биналарҙың яҡынса 60% буш тора йәки уларҙы ҡуртымсылар файҙалана, редакция коллективтары өсөн урын бар, тип билдәләне ул. «Китап» нәшриәтенең күсеүе тиҫтә йылдар Матбуғат йортонда эшләгән гәзит редакцияларын ҡыҫырыҡламай. «Китап» хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу хаҡында ла һүҙ бармай.
Читайте нас: