Республикала балаларҙы ғаиләләргә ҡайтарыу буйынса проект әҙерләнә. Ул “Минең ғаиләм” тип атала. Башҡортостанда 407 бала социаль приютта тәрбиәләнә. Йәғни уларҙың атай һәм әсәйҙәре бар, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында балалар ғаиләнән алынған. Проект координаторы, Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, уның маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, татыу һәм тулы ғаиләләр һанын арттырыу.