Бер йәшлек Тимур Хәбировты эҙләү бер минутҡа ла туҡтаманы. Исмаил ауылында хоҡуҡ һаҡсылары һәм криминалистар бер нисә көн буйына эшләне.
Малайҙы эҙләүгә урындағы халыҡ һәм йөҙҙән ашыу ирекмән ҡушылды. Йәлеп ителгән водолаздар бер нисә тапҡыр ауыл эргәһендәге быуа төбөн тикшереп сыҡҡан. «Баланы үлтереү» статьяһы буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эше сиктәрендә тәфтишселәр көнө буйына сабыйҙың ата-әсәһенән һорау алды, кисә улар эргәһенә тағы ла бер ғәйепләнеүсе килтерелде.
Ул Юлиәнең Наил исемле яңы танышы. Күршеләр билдәләүенсә, ике балалы ғаилә ауылға Силәбенән күсеп килгән. Әлеге ваҡытта ир менән ҡатын бергә йәшәмәй.
Бөгөн яңы хәбәр алдыҡ, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әсә кеше сабыйын быуып үлтергән һәм тиреҫ аҫтына йәшереп ҡуйған.