+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2019, 11:15

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңыра

2 сентябрҙән тамашасыларҙы тиҫтәгә яҡын яңы проект көтә. Каналдың биҙәлеш концепцияһы ла үҙгәрә.

2 сентябрҙән тамашасыларҙы тиҫтәгә яҡын яңы проект көтә. Каналдың биҙәлеш концепцияһы ла үҙгәрә. Быға тиклем халыҡ яратап ҡараған тапшырыуҙар ҙа эфирға ҡала. Яңы миҙгел сағыу булмаҡсы.
Ятып ҡалғансы – атып ҡал. Ҡулда ян менән уҡ бар, сәпкә тейҙерергә генә ҡалды. Республиканың төп телеканалында милли рух менән һуғарылған проект старт ала. Тапшырыуҙа ете егет менән таныштырыу бара, улар төрлө һөнәр эйәләре, тормошҡа ҡараштары ла айырыла. Әммә маҡсаттары бер – халыҡ кәсептәренә, боронғо шөғөлдәргә өйрәнеү.
«Ете егет» проектында ҡатнашыусылар яңы һөнәр үҙләштереүҙән тыш, үҙ-ара ярыша. Тапшырыу һайын яңы кәсепкә өйрәнеп, оҫталарҙың һынауҙарын үтә. Ҡыҫҡаһы, бында ҡул көсө, оло сыҙамлыҡ талап ителә. Сығарылыштарҙың береһендә йәштәр ҡулдарына балта, бысҡы алып, солоҡ юнып ҡараясаҡ. Был ҡатмарлы эште Салауат Хафизов та уңышлы атҡарып сыға.
Салауат Хафизов, «Ете егет» проектында ҡатнашыусы: “Яңы урындар күрҙем, ҡурсаулыҡҡа барҙым, яңы шөғөлдәр өйрәндем. Шуға тулыһынса ҡәнәғәтмен был проект менән. Иң ныҡ хәтеремдә ҡалғаны – ат сабышы. Унда мин сәмләндем, ҡыуандым, күҙҙәрҙән ут сәсрәп торғандай булды, ныҡ оҡшаны”.
«Тамыр» телеканалы ла кескәй тамашасыларын миҙгел һайын яңы проект менән һөйөндөрә. Быйылғыһы ла был ҡағиҙәнән ситләшмәгән. Сағыу тапшырыуҙарҙың береһе күп балалы ғаиләләр тураһында. Алып барыусы Рөстәм Төхвәтов мәктәп уҡыусыһы. Сығарылыш һайын ул ишле ғаилә тормошон эстән күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Яңы миҙгел алдынан ижади төркөм бер нисә тапшырыуҙы төшөрөп өлгөргән.Тиҙҙән мөхәррир Гөлфиә Раянова менән режиссер Әлиә Минәзеваның хеҙмәт емеше тамашасы хөкөмөнә тәҡдим ителер. Йәш телевизор ҡараусылар өсөн бынан тыш тағы бер нисә проект яңы миҙгелдә эфирға сыға.
Футбол тураһында Рәсәйҙә әлегә бындай тапшырыу бөтөнләй булғаны юҡ. Мауыҡтырғыс уйын Реалити-шоу форматында эфирға сыға. Профессиональ футболсыларға ҡаршы һәүәҫкәрҙәр командаһы уйнай. Майҙанда туп тибеү өсөн уларға контроль уйындар һәм һайлап алыу аша үтергә тура килә.
Ижади төркөм «Реаль футбол» тиҙ арала тамашасыһын табыр тигән өмөттә ҡала. Шулай уҡ яңы миҙгелдә сәләмәт тормош һәм дөрөҫ туҡланыу темаһына арналған тапшырыу әҙерләнә. Ул «Һин булдыраһың» тип атала. Тапшырыу геройҙары теләгән физик формаға ирешеү һәм уны һаҡлау өсөн белемен камиллаштыра.
Халыҡ яратып өлгөргән тапшырыуҙар ҙа эфирҙа ҡала. «Сәләм», «Бәхетнамә», «Теге Өсәү», «Башҡортса караоке» һәм «Башҡорт йыры»н ҡарау өсөн зәңгәр экрандарҙан айырылмағыҙ. Башҡортостан юлдаш телеканалы тамашасыһының зауығын тойоп уның талаптары буйынса эшләй.
Читайте нас: