Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде. Ҡарар Индонезияла Гили Траванган утрауында уҙған Совет ултырышында ҡабул ителде.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров геопарк ойоштороуҙа һәм уны халыҡ-ара кимәлдә үҫтереүҙә ҡатнашҡандарҙың һәммәһен дә ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе әлеге ваҡытта республика биләмәһендә тағы бер геопарк – «Торатау» – булдырыу эшен дауам итеүҙәрен әйтте.
«Янғантау» геопаркы менән таныштырыу сараһы ла 3-6 сентябрҙә Индонезияла алтынсы Азия-Тымыҡ океан геопарктар селтәре симпозиумында уҙа.
Шуны билдәләп үтәйек: әлеге ваҡытта ЮНЕСКО-ның геопарктар селтәрендә донъяның 41 иленән 147-нән ашыу объект иҫәпләнә. Ошо статусты алғас, Башҡортостандың үҙ төбәген һәм геопаркты донъя кимәлендә танытыу, сит илдәрҙән туристар йәлеп итеү мөмкинлеге асылды.
«Янғантау» геопаркы 1774 квадрат километр майҙанда урынлашҡан. Унда Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл исемлегенә, Рәсәйҙең һәм республиканың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән төрлө үҫемлектәр һәм йәнлектәр бар. Рәсәйҙең Милли һәм халыҡ-ара әһәмиәткә эйә төп орнитологик биләмәһе – Өфө яҫы таулығы ла ошонда. Туғыҙ тәбиғи һәм геологик объект һаҡлана һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре селтәренә инә.
Бынан алда «Башинформ» ЮНЕСКО геопаркы статусының Янғантауға нимә биреүе хаҡында хәбәр иткәйне.