+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2019, 13:14

Республика уҡыусылары яңы уҡыу йылының башланыуын билдәләй

Бөгөн республиканың барлыҡ мәктәптәрендә яңы уҡыу йылының башланыуына арналған тантаналы линейкалар уҙа.

Башҡортостан уҡыусылары уҡыу йылының башланыуын билдәләй. Бөгөн республиканың барлыҡ мәктәптәрендә яңы уҡыу йылының башланыуына арналған тантаналы линейкалар уҙа.
Республика уҡыусыларын мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ҡотланы.
«Балалар, ошо матур көн яңы белем алырға, ҙур һәм бәләкәй асыштар яһарға илһамландырһын, ә алған һабаҡтарығыҙ тормошта һеҙгә мотлаҡ кәрәк булыр. Үҙегеҙҙең ҡыйыу уй-теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырырһығыҙ, ә уҡытыусыларығыҙ һәм ата-әсәләрегеҙ һеҙҙең менән ғорурланыр тип ышанам», — тиелә ведомствоның рәсми сайтындағы белдереүҙә.
Уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, министр вазифаһын башҡарыусы былай тине:
«Беҙҙең мәғариф системаһындағы иң яҡшы традицияларҙың һаҡланыуында һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур. Балаларыбыҙ сифатлы, барлыҡ заманса стандарттарға яуап биргән белем алһын өсөн бай тәжрибәгеҙҙе бирәһегеҙ. Һеҙгә һүнмәҫ дәрт, яңы идеялар һәм юғары үрҙәр теләйем!», — тип яҙҙы ул.
Өфөлә 122 меңдән ашыу уҡыусы өсөн мәктәп ҡыңғырауы яңғырай.15 меңдән ашыу бала беренсе класҡа бара.
«Муниципалитет өсөн йәш өфөләр, уларҙың киләсәге тураһында хәстәрлек күреү – төп бурыс. Өфөлә сифатлы белем алыу, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү, балаларҙың һәләтен үҫтереү, ялын ойоштороу өсөн шарттар булдырыу буйынса комплекслы эш дауам итә. Заман барыбыҙҙан да өҙлөкһөҙ белем алыуҙы, һөнәри оҫталығыбыҙҙы камиллаштырыуҙы талап итә. Бөгөн мәғариф иҡтисадтың төп ресурстарының береһе булып тора. Уны нығытыу – ҡаланың, республиканың һәм илдең артабанғы социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш», — тип ҡотланы Өфө мэры Өлфәт Мостафин.
Читайте нас: