-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2019, 13:45

Һуңғы йылда Өфөлә фатирға хаҡ 10% артҡан

2019 йылдың авгусында Өфөлә торлаҡтың квадрат метрының уртаса хаҡы 0,5% артҡан.

2019 йылдың авгусында Өфөлә торлаҡтың квадрат метрының уртаса хаҡы 0,5% артҡан. ЦИАН порталы белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһында бер «квадрат» бөгөн 72,5 мең һум тора. Июлдә был сумма 72,2 мең һумға тиң ине.
Шулай уҡ эксперттар һуңғы йылда Өфөлә бер квадрат метрҙың хаҡы 10% тигән һығымтаға килгән, 2018 йылдың авгусында иһә «квадрат» өсөн уртаса 66,2 мең һум һорағандар.
Бынан алда «Башинформ» 1 миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында иң бәләкәй бер бүлмәле фатирҙарҙы Өфөлә төҙөүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне. Башҡортостандың баш ҡалаһында бер бүлмәле фатирҙың уртаса майҙаны — 36,3 квадрат метр, ә уртаса хаҡы 2 278 094 һум тәшкил итә.
Читайте нас: