+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2019, 17:10

Республика райондарында “бизнес-шериф” вазифаһы индерелә

Уларҙың эше төбәктәге эшҡыуарҙарҙы үҫтереү, яңы инвестициялар йәлеп итеүгә бәйле була.

Уларҙың эше төбәктәге эшҡыуарҙарҙы үҫтереү, яңы инвестициялар йәлеп итеүгә бәйле була.
Бизнес-шерифтар ҡатнашлығында бөгөн Өфөлә “Эшҡыуарлыҡ биләмәһе” форумы үтә. Йыйынға эшҡыуарҙар һәм хакимиәт вәкилдәре саҡырылған. Дүрт майҙансыҡта ойошторолған әңгәмә барышында “Минең Бизнес” үҙәге һәм эшҡыуарҙарҙың дәүләт менән эш итеүе буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителә.
Республикала яҙын эш башлаған “Минең бизнес” үҙәге бөгөн “Торатау” конгресс-холында ла асылды. Эшҡыуарҙарға ярҙамға тип төҙөлгән майҙансыҡта теге йәки был өлкә буйынса консультация алырға, эш асыр өсөн документтар юлларға мөмкин.
“Минең бизнес” үҙәген ошо көндәрҙә Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында һәм Нефтекамала асыу планлаштырыла.
Читайте нас: