+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 14:19

Радий Хәбиров һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Башлығы грантын булдырҙы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өсөн грант булдырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өсөн грант булдырҙы. Хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған тейешле указға ярашлы, музыка, театр, һынлы һәм хореография сәнғәте өлкәһендә һәләтле йәштәргә 50 миллион һум күләмендә республика Башлығы гранты тапшырыла.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, грант, 2019 йылдан башлап, йыл һайын бүленә. Республика Хөкүмәтенә грант биреү тәртибен, комиссия составын, сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын раҫлау һәм уға бүленгән аҡсаны маҡсатлы файҙаланыуҙы контролдә тотоу бурысы йөкмәтелде.
Читайте нас: