+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 17:56

Республикала 1,8 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу әүҙем дауам итә

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу әүҙем дауам итә. 4 сентябргә төбәк игенселәре 1 миллион 822 мең тонна ашлыҡ һуғып алған. Әлеге ваҡытта 926 мең гектар биләмәлә уңыш йыйылған, был — бөтә майҙандарҙың яртыһынан ашыуы. Уңыш былтырғы һөҙөмтә менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ, игенселәр бер гектарҙан уртаса 19,7 центнер ашлыҡ йыя, тип белдерҙеләр Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Саҡмағош районы баҫыуҙарында уңыш республика буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ — гектарынан 38,4 центнер, Ауырғазыла — 30 центнер, Ишембайҙа 27,2 центнер тәшкил итә.
Иң ҙур тулайым йыйым Стәрлетамаҡ районында билдәләнгән, унда аграрийҙар — 105,9 мең тонна, ә Саҡмағош игенселәре 102 мең тонна ашлыҡ һуҡҡан.
Читайте нас: