+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 11:08

Республикала сүп реформаһы тормошҡа йылдам ашырыла

«Эко-сити» төбәк операторы йыл башынан 25 яңы сүп тейәү машинаһын ҡайтартҡан.

«Эко-сити» төбәк операторы йыл башынан 25 яңы сүп тейәү машинаһын ҡайтартҡан. Мораҡ ауылында 120 евроконтейнер урынлаштырылған. Күгәрсен районында сүп реформаһын тормошҡа ашырыу программаһы сиктәрендә 41 cүп павильоны ҡуйылған. Уларҙа йыйылған ҡаты ҡалдыҡтар махсуслаштырылған КАМАЗ машинаһында сығарыла. Яңы техника һәм евроконтейнерҙар ярҙамында сүп сығарыу өҫтөнлөктәрен БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.
Әүҙем йәмәғәтсе, хаҡлы ялдағы Хәмдиә Хәлитова 1 сентябрҙән тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарын үҙ көсө менән сығармай. Ихатаһына яҡын урынлашҡан сүп йыйыу павильонына евроконтейнерҙарға килтерә. Элек халыҡ йорт янындағы имәнлеккә ҡый ташлаһа, хәҙер бөтә күрше-тирә тәртип һәм таҙалыҡ һағында.
Контейнерҙарҙы павильонға урынлаштырыу бик яҡшы, теләһә айҙа сүп таралып ятмай. Ҡайһы бер кешеләр бикләргә онотһа, сға һалып. бикләп китәм. Электән таҙалыҡ өсөн көрәшәм. Халыҡ сүптәрен ошо имәнлеккә лә ҡалдырып китә ине. Хәҙер бөтә ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип.
Әммә барлыҡ граждандар ҙа сүп сығарған өсөн ваҡытында түләүҙәрҙе башҡармай. Төбәк операторы вәкиле граждандарҙы сүп реформаһына етди ҡарап, яуаплы булырға өндәй.
Мораҡ ауылынан тыш Йомағужала ла 21 контейнер урынлаштырылған. Һуңғыһында ҡаты ҡалдыҡтарҙы үҙ көсө менән сығаралар. Район киләсәктә тағы ла бер сүп тейәүсе КАМАЗ машинаһына заявка биргән.
Сүп сығарыусы был КАМАЗ районға 30 августа ҡайтарылған. Уға 15 тонна ҡалдыҡ һыя. Аҙнаның дүрт көнөндә район үҙәгендә, ә ҡалған көндәрҙә райондың 102 ауылын хеҙмәтләндерә.
Мораҡта дүрт-биш урам һайын бер сүп йыйыу павильоны ҡуйылған. Өсәр контейнер урынлашҡан бер павильнодың хаҡы 122 мең һумлыҡ, ти, белгестәр. Сүп тейәүселәр ҙә яңыса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлай.
Читайте нас: