+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 11:00

«Торатау» конгресс-холында «Минең бизнес» үҙәге асылды

Бында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инфраструктураһын булдырыусы институттар, финанс, йәмәғәт ойошмалары белгестәре эшләй.

Бында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инфраструктураһын булдырыусы институттар, финанс, йәмәғәт ойошмалары белгестәре эшләй. Йүнселдәргә «Берҙәм тәҙрә» аша хоҡуҡи һорауҙар буйынса консультациялар ойошторола. Шулай уҡ бөгөн Өфөлә республика эшҡыуарҙар форумы ла үтте. Төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүселәр хаҡында киләһе репортаж.
Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фонды юрисы Фәйрүз Урманцев бөгөндән эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә. Өфө үҙәгендә яңы асылған «Минең бизнес» үҙәгендә ул консультант булараҡ сығыш яһап, займдар алыу шарттары менән таныштыра.
Фәйрүз Урманцев, «Минең бизнес» үҙәге консультанты, Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фонды юрисы: “Ике программа буйынса беҙ эшләйбеҙ, "Үҙеш проекттары" һәм "Комплектующие" тип аталалар. 10 миллион һумдан алып 100 миллион һумға тиклем беҙҙең Башҡортостан фонды займды бирә, ә 100 миллиондан 500 миллион һумға тиклем федераль фонд”.
«Торатау» Конгресс-Холлында үҙ эшен башлаған үҙәктә «Берҙәм тәҙрә» системаһы буйынса бушлай консультациялар бирелә. Экспортҡа булышлыҡ итеү, ташламалы займ, лизинг алыу булһынмы, хеҙмәткәрҙәр табыумы – йүнселдәр урында мәғлүмәти, финанс һәм юридик ярҙам аласаҡ.
Үҙәктә эшҡыуарҙар өсөн айырым эш урыны ла булдырылған, бында документтарҙы тултырырға, баҫтырырға, сайттар менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ урында балалар уйын майҙансығы булдырылыуы ла ғаилә бизнесын башлаусы ата-әсәләргә консультация алыуҙа уңайлы шартар тыуҙыра.
Урында йүнселдәр өсөн махсус уҡыуҙар ойоштороу ҙа ҡаралған. Ҡыҫҡа ваҡытлы курстар, семинар, тренингтар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр тип көтөлә. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә лә ошондай уҡ майҙансыҡ - "Минең бизнес" үҙәге бар. Киләсәктә консультация майҙансыҡтары географияһын тағы ла киңәйтеү бурысы ҡуйылған.
Ирек Гәрәев, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ директоры: “Майҙа беренсе офис асылғайны, ул Мир урамы, 14-cе йорт адресы буйынса урынлашҡан, Конгресс-Холлда икенсе офис асыла. Өсөнсөһө була Вәлиди, 32 адресы буйынса. Ошондай консультация үҙәктәре була Нефтекамскиҙа, йөҙ мең кеше күберәк булған башҡа ҡалаларҙа ла”.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешендә ҡуйылған төп маҡсаттар һәм бурыстар менән бөгөн төбәк етәксеһе лә танышты. "Торатау" конгресс-Холлы "Минең бизнес" үҙәгенең ваҡытлыса ғына майҙансығы. Яҡын киләсәктә Өфө үҙәгендә - Зәки Вәлиди урамы, 32-cе йортта "Сколково"ға оҡшаш инновациялар буйынса иҡтисади мөхит булдырыла. Урында эшҡыуарҙар өсөн күп функциялы үҙәк тә эшләйәсәк.
Радий Хәбиров үҙәк эшмкәрлеге менән танышҡандан һуң, республика эшҡыуарҙары форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Фекер алышыу майҙанында субсидия, гранттар, ташламалы финанс ярҙам алыу мөмкинлектәре ҡаралды. Эшлекле осрашыуҙа район-ҡалаларҙа инвестициялар йәлеп итеү, бизнес, иҡтисад үҫешенә уңайлы шарттар булдырыу өсөн яуаплы чиновниктар – бизнес-шерифтар ҙа ҡатнашты.
Марат Ахунов быға тиклем Борай ауылы хакимиәте башлығы булып эшләһә, хәҙер районда бизнес-шериф булараҡ сығыш яһай. Инвестиция сәғәттәрен ойоштороу, бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу, уңышлы стартаптарҙы күрә белеү – хакимиәт башлығы урынбаҫарының йөкләмәләре көн дә арта.
Марат Ахунов, Борай районы хакимиәтенең инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары: “Төп бурыс - эшҡыуарҙарҙы берләштерергә, федераль,республика кимәлендә аҡса йәлеп итергә, район иҡтисадын үҫтерергә”.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ – республика иҡтисады нигеҙе. Борай районынан Рөстәм Муллағәлиев биш ай элек сүп-сарҙы йыйыу, эшкәртеү менән шөғөлләнә башлаған. Форумда ул да илдә старт алған яңы реформаға бәйле үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап тапты.
Рөстәм Муллағәлиев, эшҡыуар: “Форум ҡыҙыҡлы, бында төрлө һорауҙар күтәрелә, мин икенсел сеймал менән шөғөлләнәм. Картон, макулатура йыябыҙ. Сүп-сар йыйыу буйынса һорауҙар күп. Яңы ғына эш башлағас, закон яғынан, лизингҡа бәйле һорауҙар күп”.
Форумда ҡатнашыусылар шәхси һорауҙарын «Минең бизнес» үҙәге белгестәренә лә еткерә алды. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә хәҙер теләк кенә булһын, белемде камиллаштырыу, юрист кәңәштәрен алыу, банктар менән бәйләнештә булыуҙа - ныҡлы терәк бар.
Читайте нас: