+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 11:04

Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре законһыҙ иғлан йәбештереүселәргә ҡаршы рейд үткәрҙе

Реклама күп түгелме?

Реклама күп түгелме? Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң тышҡы күренешен боҙоусыларға ҡаршы көрәшкә сыҡты. Инспекторҙар иғтибарын йорттарҙың стеналары һәм бағаналар кеүек рөхсәт ителмәгән урындарға йәбештерелгән иғландар йәлеп итте.
Хәүефһеҙлек һағында тороусылар ҡағыҙҙарҙа яҙылған телефон һандары буйынса ойошмаларҙың ысынлап та реклама биреүҙәре менән ҡыҙыҡһына. Иғлан дөрөҫлөккә тап килгән осраҡта улар тураһында мәғлүмәт махсус компьютер базаһына индерелә.
Штрафтарын түләмәгән һәм иғландарын алмаған кешеләргә ҡарата артабан автоматлаштырылған шылтыратыу системаһы ғәмәлгә ашырыла башлай. Был шылтыратыуҙар көнө буйына туҡтамай.
Автоматлаштырылған шылтыратыу системаһы өс ай элек эшләй башлаған. Ошо ваҡыт эсендә рөхсәт ителмәгән урындарға йәбештерелгән өс мең самаһы иғлан асыҡланған. Уларҙа 900-ҙән ашыу реклама биреүсенең телефон һандары яҙылған булған.
Инспекторҙар тарафынан барлығы 170-кә яҡын административ протокол төҙөлгән. Законһыҙ иғлан йәбештереүсе физик шәхестәргә һалынған штраф күләме 500, ә юридик ойошмаларға 15 мең һумға тиклем тәшкил итә.
Читайте нас: