-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2019, 14:07

МЧС хәбәр итә!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы Башҡортостан халҡына ашығыс SMS-хәбәр таратты.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы Башҡортостан халҡына ашығыс SMS-хәбәр таратты.
Ул киләһе өс көндә һауа торошоноң ҡырҡа насарайыуы тураһында белдерҙе. “Башҡортостандың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, киләһе өс тәүлектә республикала елдең көсәйеүе, яуым-төшөмдөң артыуы ихтимал.
Биләмәләрҙән ситкә, сәфәргә сығыуҙы кисектереү кәңәш ителә. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 112 телефоны буйынса шылтыратығыҙ”, — тиелә ведомствоның иҫкәртеүендә.
Бөгөн көндөҙ айырым биләмәләрҙә йәшенле ҡойма ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, яуым-төшөм ваҡытында көсәйә. Һауа температураһы төндә 3-8, көндөҙ 13-14 градус йылы була. Ҡайһы бер райондарҙа минус 3 градусҡа тиклем һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал.
Читайте нас: