Башҡортостанда киске сәғәт 9-ҙа һайлауҙа тауыш биреү өсөн барлыҡ участкалар ябылды.
Республика халҡы Башҡортостан Башлығын, Ҡояшлы һәм Комсомол бер мандатлы һайлау округтары буйынса алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттарын, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайланы.
Республикала бөтәһе 3434 участка, шул иҫәптән граждандар ваҡытлыса барған урындарҙа 37 участка эшләне.
Киске сәғәт 6-ға халыҡтың 57,10 проценты тауыш бирҙе.
Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре 9 сентябрҙә иртән билдәле була.