-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2019, 22:45

Башҡортостан — беренсе балаһы тыуған ғаиләләр һаны буйынса тәүге өс төбәк иҫәбендә

Киләһе йылдан хөкүмәт беренсе балаға пособие түләү өсөн 2019 йылға ҡарағанда өсләтә күберәк аҡса бүлә,

Киләһе йылдан хөкүмәт беренсе балаға пособие түләү өсөн 2019 йылға ҡарағанда өсләтә күберәк аҡса бүлә, тип хәбәр итә «Известия» Хеҙмәт министрлығына һылтанма менән.
Хеҙмәт министрлығының яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса, 2020 йылда пособиеларҙың дөйөм суммаһы — 150 миллиард, 2021 йылда 156 миллиард һум була. Быйыл беренсе бала тыуыуға һәм уллыҡҡа(ҡыҙлыҡҡа) алыуға бәйле пособиелар түләү өсөн бюджеттан 50 миллиард һум бүленде.
Финанслауҙың артыуы пособие алыусыларҙың өс тапҡырға тиерлек күбәйеүе менән бәйле. Ғинуарҙан улар өс йәшкәсә балаһы булған, ә ата-әсәнең килеме бер кешегә ике төбәк йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләргә түләнергә тейеш.
2020 йылда пособиеның күләме ил буйынса уртаса 12 мең һум була — әлегеһенә ҡарағанда 7% күберәк. 2021 йылда түләүҙәр — 12,3 мең һумға ҡәҙәр, 2022 йылда 12,6 мең һумға тиклем артыр тип көтөлә.
Министрлыҡ баһаһы буйынса, киләһе йылдан 1 миллион самаһы ғаилә айлыҡ түләүҙәр ала башлай. Быйыл пособие яҡынса 379 мең ғаиләгә түләнә.
2020 йылда иң ҙур түләү суммаһы Сахалин өлкәһендә (29 мең һум), Чукоткала (23,3 мең һум) һәм Камчаткала (21,7 мең һум) йәшәүселәр өсөн ҡаралған.
Иң бәләкәй пособиелар — Белгород (8,4 мең һум), Воронеж (9,2 мең һум) өлкәләрендә һәм Татарстанда (9,4 мең һум).
Аҡса түләнергә тейешле ата-әсәләрҙең күбеһе Краснодар крайында (ай һайын 48 мең пособие түләү фаразлана), Башҡортостанда (38 мең) һәм Мәскәүҙә (37 мең) йәшәй.
Читайте нас: