Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй Президенты янындағы Гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары эшләне. Улар һайлау участкаларында булды. Төркөм етәксеһе Михаил Федотов билдәләүенсә, етди тәртип боҙоу осраҡтары асыҡланмаған.