+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2019, 12:31

Дмитрий Медведев Радий Хәбировҡа Башҡортостан үҫешендә ҙур уңыштар теләне

Берҙәм тауыш биреү көнөнөң тәүге һөҙөмтәләре буйынса "Берҙәм Рәсәй" партияһы алдынғылыҡты һаҡлап ҡала.

Берҙәм тауыш биреү көнөнөң тәүге һөҙөмтәләре буйынса "Берҙәм Рәсәй" партияһы алдынғылыҡты һаҡлап ҡала. Был турала фирҡә рәйесе, премьер-министр Дмитрий Медведев белдерҙе.
Радий Хәбиров Башҡортостанда тауыш биреү барышы тураһында белдерҙе. "Һайлаусыларҙың 70 проценты учаскаларға килде. 2 миллиондан ашыу кеше гражданлыҡ бурысын үтәне. Был һөҙөмтәгә бик шатбыҙ. Экзитпол һөҙөмтәләре буйынса ауыл советтары депутаттарын һайлауҙа "Берҙәм Рәсәй" ышаныслы еңде. Тауыш биреүҙең аныҡ һөҙөмтәләрен көтәбеҙ", тине ул. Радий Хәбиров Башҡортостанда үткән һайлауға яҡшы баһа бирҙе.
Башҡортостанда 8 сентябрҙә республика башлығын һайлау булды. Тәүге һөҙөмтәләр буйынса, халыҡтың 82 процентҡа яҡыны Радий Хәбиров өсөн тауыш биргән. Унан һуң алынған тауыштар һаны буйынса Юнир Ҡотлоғужин, Иван Сухарев, Зөлфиә Ғайсина, Юрий Игнатьев, Рәфис Ҡадыров, Владимир Барабаш һәм Владимир Кобзев урынлашҡан. Республика башлығын һайлауҙан тыш, ике округта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар өсөн тауыш бирҙеләр, 53 районда ауыл советтары составы яңыра.
Читайте нас: