+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2019, 11:16

Башҡортостан юлдарында видеокамералар арта

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары проекты сиктәрендә Өфө юлдарында өҫтәмә күҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылды.

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары проекты сиктәрендә Өфө юлдарында өҫтәмә күҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылды. Видеокамералар хәүефле участкаларға беркетелде. Баш ҡаланың Затон шоссеһын беҙҙең хәбәрселәр иңләне.
Тәү ҡарашҡа ябай булып күренгән видеокүҙәтеү комплексы юлдарҙа тәртип урынлаштырырға ярҙам иткән төп ҡоролма. 3 млн һумлыҡ комплекс ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәүсе юғары сифатлы ҡоролма. Видеокамераларҙың үлемесле авариялар йыш теркәлгән участкаларға ҡуйыла. Мәғлүмәттәр теүәл килһен өсөн ҡоролма ике йыл һайын тикшерелеп тора.
Боглан Юнысов, "Навигация үҙәге" акционерҙар йәмғиәтенең мәғлүмәт технологиялары буйынса директоры: “Килешеүгә ярашлы, был участкала Кречет СМ тип аталган күҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйылды. Заманса видеокамера автомобилдең хәрәкәт тиҙлеген, дәүләт номерын билдәләргә мөмкинлек бирә. Күҙәтеү ҡоролмаһы ҡараңғы ваҡытта ла бөтә мәғлүмәтте теүәл күрһәтә.
Яңы ҡоролма юғары тиҙлектә йөрөүселәрҙе генә түгел, ҡаршы һыҙатҡа сығыусыларҙы, светофор сигналын иңҡар итеүселәрҙе лә теркәй. Күҙәтеү комплекстарҙың ҡуйылыуы юлдағы хәүефһеҙлекте көсәйтер тип көтөлә. Федераль программа буйынса быйыл Өфөлә 38 юл участкаһы төҙөкләндерелеп өҫтәмә күҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыласаҡ.
Лариса Сәлихова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат бүлеге етәксеһе урынбаҫары: “Милли проект сиктәрендә Өфө юлдарында тағы ла алты видеокамера ҡуйыла. Ҡоролмаларҙың өсәүһе - Затон биҫтәһендә, ҡалғандары Октябрь проспектында буласаҡ”.
Белгестәр, юлдарҙа камералар артыуы водителдәр араһында тәртип урынлаштыра тигән фекерҙә. Республикала көнөнә уртаса 7000-ләп штраф квитанцияһы төҙөлә. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары иң ышаныслы комплекс тип иҫәпләнә. Ҡағиҙә боҙоусы водителдәр йыш ҡына хәүефһеҙлек өсөн хафаланмай штрафтан ҡурҡып ҡына тиҙлеген кәметә.
Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары проекты сиктәрендә тик Өфөлә генә быйыл 29 урам йүнәтеләсәк, юл-транспорт фажиғәғәләре күп теркәлгән 20 урын күҙәтеүгә алына. Юлдарҙы өҫтәмә видеокамералар менән йыһазландырыр өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был саралар дөйөм маҡсатҡа - юлдарҙа авариялар һанын кәметеүгә һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итеренә ышаныс ҙур.
Читайте нас: