Быйыл Башҡортостан башлығын һайлау асыҡлығы һәм бысраҡ технологияларҙың булмауы менән айырылып торҙо. Ул байрамға әүерелгән тәүге һайлау булып республика тарихына инер, тип үҙ фекерен белдерҙе «Граждандар контроле» хәрәкәте етәксеһе Валерий Аббасов.
«Һайлау законға ярашлы уҙҙы, уның барышына йоғонто яһарҙай бер ниндәй ҙә етди хоҡуҡ боҙоу теркәлмәне, — тип билдәләне эксперт. — Һан яғына килгәндә, ҡалған 16 төбәктә һайланған губернаторҙарға ҡарағанда, Хәбиров өсөн күберәк тауыш бирелде».