0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2019, 12:24

Баш ҡала Советына берҙәм рәсәйҙәр һайланды

Өфөнөң һайлау комиссияһы Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары буйынса ҡала Советына өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарҙы.

Өфөнөң һайлау комиссияһы Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары буйынса ҡала Советына өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарҙы. 8-се бер мандатлы һайлау округы буйынса «Берҙәм Рәсәй»ҙән Артур Хромец — төҙөлөш буйынса элекке вице-мэр, «ГенСтройТрест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры — еңде. Ул 33% ашыу тауыш йыйҙы.
14-се округта, 53% тауыш йыйып, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙән Эдуард Остапчук — төҙөлөш бизнесы хужаһы, «Компания Потенциал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусы — еңеү яуланы.
Яңы депутаттарға мандаттар 11 сентябрҙә ҡала Советының 44-се ултырышында тапшырыла.
Читайте нас: