+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2019, 12:27

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Республика Башлығы һайлауҙарына һуңғы йомғаҡ яһаны

Яҡынса һандар кисә үк хәбәр ителгәйне, әммә улар тулы булмай, Мәскәүҙәге һанлы һайлау участкаларынан мәғлүмәттәр һуңыраҡ ҡабул ителә.

Яҡынса һандар кисә үк хәбәр ителгәйне, әммә улар тулы булмай, Мәскәүҙәге һанлы һайлау участкаларынан мәғлүмәттәр һуңыраҡ ҡабул ителә. Шулай итеп, һөҙөмтәләр түбәндәге графикала күренә.
Владимир Кобзевты ун ете мең ярым кеше һайлаһа, Владимир Барабаш, Рәфис Ҡадиров һәм Юрий Игнатьевтың һайлаусылары күберәк, уларҙың һәр береһендә 21 меңдән ашыу тауыш. Зөлфиә Ғайсинаға 33 мең ярым, Иван Сухаревҡа йөҙ меңгә яҡын, Юнир Ҡотлоғужинға 150 меңдән ашыу кеше ышаныс күрһәткән. Радий Хәбиров өсөн 1 миллион 794 мең 176 һайлаусы тауыш биргән. Шулай итеп, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында Радий Хәбировты Республика Башлығы итеп һайлауға протокол төҙөлә, 19 сентябрҙә инаугурация буласаҡ.
Илона Макаренко, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: “Мәскәүҙәге һанлы һайлау участкаларынан протокол килгәс тә, барлыҡ мәғлүмәттәр "Һайлау" дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерелде. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында ҡабул ителгән ҡарар буйынса Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы тип танылды”.
Читайте нас: