14 сентябрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында «Башҡорт балы» фестивале була, унда бал, умартасылыҡ һәм апитерапия продукцияһы, сувенирҙар һатыу ойошторола. Йәрминкәлә балды сифатын баһалау буйынса күсмә ветеринария лабораторияһы эшләй. Фестиваль майҙансығында концерт була, күңел асыу программаһы ойошторолған. Сара иртәнге сәғәт 9-ҙан 5-кә тиклем дауам итә.
Фестиваль барышында «Муниципаль районды иң яҡшы һәм тулы итеп күрһәтеү», «Иң матур биҙәлгән сауҙа нөктәһе», «Киң ассортиментлы умартасылыҡ продукцияһы», «Иң яҡшы бал», «Юғары сифатлы умартасылыҡ продукцияһы», «Умартасыларҙың ғаилә династияһы» һәм «Фестиваль ҡунаҡтары баһаһы буйынса иң яҡшы бал» номинацияларында умартасылар араһында конкурстар була.