-7 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
11 Сентября 2019, 13:52

Өфөнән хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙең ниндәй сирҙәрҙән яфаланыуы аталды

1 апрелдән июль аҙағына тиклем дауам иткән яҙғы саҡырылыш кампанияһында Өфө Рәсәй армияһы сафына 860 кеше оҙатты.

1 апрелдән июль аҙағына тиклем дауам иткән яҙғы саҡырылыш кампанияһында Өфө Рәсәй армияһы сафына 860 кеше оҙатты. Был уҙған йылға ҡарағанда 64 һалдатҡа аҙыраҡ, тип хәбәр итте Гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы Артур Ғафаров.
Табиптар хәрби хеҙмәт үтәү өсөн саҡырылған биш меңдән ашыу егетте тикшергәндән һуң уларҙың күберәк эндокрин системаһы, күҙ, матдәләр алмашыныуының, туҡланыуҙың боҙолоуы, нервы системаһы һәм ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан яфаланыуын асыҡлаған.
Өфөләрҙе йышыраҡ ҡоро ер ғәскәрҙәренә, һауа-йыһан, хәрби-диңгеҙ флотына һәм һауа-десант ғәскәрҙәренә ебәрәләр.
Читайте нас в