+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2019, 19:06

Ҡоралыңды тапшыр ҙа - аҡса ал!

Башҡортостан халҡы 1 миллион 800 мең һумлыҡ законһыҙ һаҡланған ҡорал тапшырған.

Башҡортостан халҡы 1 миллион 800 мең һумлыҡ законһыҙ һаҡланған ҡорал тапшырған. Республикала "Ҡорал тапшыр" операцияһының тәүге этабы тамамланды. Енәйәтселекте кәметеүгә йүнәлтелгән программаға ярашлы, үҙ ирке менән тапшырылған ҡорал өсөн аҡсалата дәртләндереүгә ҡаҙнанан йыл һайын 3 миллион 600 мең һум бүленә.
Лицензияһыҙ ҡоралды һәр кеше урындағы полиция бүлексәһенә килтереп тапшыра ала. Административ йә енәйәт яуаплылығынан азат ителә, өҫтәүенә аҡса түләнә. Мәҫәлән, мылтыҡ-карабин өсөн 15 мең, пистолет тапшырыусыға 10 мең һум бирелә.
Читайте нас: