14 сентябрҙә Өфөлә водителдәрҙе тикшереү ойошторола. Был хаҡта баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте иҫкәртә. Рейд барышында ведомство хеҙмәткәрҙәре автоһәүәҫкәрҙәрҙең документтарын, пассажирҙарҙы, айырыуса балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен үтәүен тикшерә.