Инвалид балаларҙың ата-әсәләре ҡайһы бер мәктәптәрҙә шәкәр диабеты менән ауырыған, насар ишеткән һәм күргән балаларҙы бушлай ашатыуҙан баш тартыуға зарланған. Балаларҙан медицина комиссияһы үтеү тураһында документ талап иткәндәр. Был мәсьәлә хөкүмәттә "Мәғариф сәғәте" кәңәшмәһендә күтәрелде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ғәйеплеләрҙе асыҡларға, тейешле саралар күрергә ҡушты.