+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2019, 12:23

«Аманат» журналы милли телдәге иң яҡшы баҫма тип аталды

«Аманат» журналы «Тылсымлы һүҙ» Бөтә Рәсәй балалар матбуғаты фестивалендә милли телдәге иң яҡшы баҫма тип аталды.

«Аманат» журналы «Тылсымлы һүҙ» Бөтә Рәсәй балалар матбуғаты фестивалендә милли телдәге иң яҡшы баҫма тип аталды. Унда Рәсәй һәм Белоруссия баҫмалары ҡатнашты.
Быйыл балалар киң мәғлүмәт саралары конкурсына ғаризалар һаны былтырғы конкурс менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк булды һәм 130 гәзит-журналдан ашып китте, тип хәбәр иттеләр журнал редакцияһынан.
Ғәҙәттәгесә, фестиваль барышында балалар киң мәғлүмәт саралары күргәҙмәһе, шулай уҡ нәшерселәр өсөн түңәрәк өҫтәлдәр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Балалар матбуғаты фестивален Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ булышлығында Матбуғат индустрияһы предприятиелары союзы уҙғара.
Читайте нас: