+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2019, 10:44

Өфөлә «Башҡорт балы» фестивале үтте

Республика төбәктәренән 150-нән ашыу умартасы төрлө бал продукцияһын тәҡдим итте.

Республика төбәктәренән 150-нән ашыу умартасы төрлө бал продукцияһын тәҡдим итте. Улар араһында конкурстар ҙа ойошторолдо. Уның һөҙөмтәһендә 2021 йылда Өфөлә үтәсәк Умартасылар форумында ҡатнашыу өсөн сертификаттар тапшырылды.
Өфө ҡала советы майҙаны үҙе бер умарталыҡты хәтерләтте. Бал ҡорттарынан бигерәк, халыҡ геү килде. Балдың төрлөлөгөнә күҙ ҡамашырлыҡ. Фестивалгә килеүселәр һәр ҡайһыһынан ауыҙ итеп, һатып алырға ашыҡты.
"Башҡорт балы" фестивале республиканың 34 төбәгенән 150-нән ашыу умартасыны бергә йыйҙы. Улар тауарҙы ҡулаҡсаға әйләндереү өсөн генә түгел, башҡа төбәк йүнселдәре менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатын да ҡуя. Һуңғы йылдарҙа тармаҡта яңы төр алымдар индерелеүен иҫәпкә алғанда, яңылыҡтар етерлек. Урында йәрминкә-күргәҙмәһенән тыш, балдың сифатын тикшереүсе күсмә ветеринар станция эшләне.
Республика умартасылары һуңғы йылдарҙа боронғолоҡҡа ла иғтибар бүлә башланы. Иглин районынан Фәнис Хәлиловтың бал ҡорттары мәҫәлән, түмәркәләргә бал йыя. Ҡырағай солоҡтан һис тә ҡалышмай.
"Башҡорт балы" фестивале, ғөмүмән, республиканың билдәле умартасы ғаиләләрен данлауы менән дә үҙенсәлекле булды. Тап улар төбәк брендын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә лә инде. Үҙҙәрен генә түгел, Башҡортостанды ла юғары кимәлгә күтәреүгә ирешә. Был йәһәттән, 2021 йылда республикала үтәсәк Бөтә донъя умартасылар конгрессында ла уларҙың да өлөшө бар.
Урында шулай уҡ, республиканың "иң татлы балы" конкурсы ла ойошторолдо. Уның сиктәрендә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары үҙҙәренә оҡшаған ризыҡ өсөн тауыш бирҙе. 60 умартсы араһынан 3 еңеүсе билдәләнәсәк.
Фестиваль ул 47-се Апимондияның бер өлөшө лә булып торҙо. Сара сиктәрендә уҙғарылған конкурс еңеүселәренә 2021 йылдағы форумда ҡатнашыу өсөн сертификаттар тапшырылды.
Читайте нас: