Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 361 мең гектарҙа орлоҡ бураҙнаға һалынған. Был планға ҡарата 66 процент. Дәүләкән, Көйөргәҙе, Саҡмағош райондары сәсеүҙе теүәлләгән. Илеш, Стәрлебаш, Ауырғазы аграрийҙары - тамамлау алдында. Көйөргәҙе районының “Искра” хужалығында ужым игене 5200 гектар майҙанда сәселгән. Йыл уңышлы килә”, - ти хужалыҡ агрономы Рәүеф Абдуллин.