+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2019, 21:11

Республикала майҙандарҙың яртыһынан ашыуында ужым ашлығы сәселгән

Башҡортостанда планлаштырылған майҙандарҙың 66% — 361 мең гектарҙан ашыуында ужым ашлығы сәселгән.

Башҡортостанда планлаштырылған майҙандарҙың 66% — 361 мең гектарҙан ашыуында ужым ашлығы сәселгән. Ужым арышын сәсеү тамамланған — 174,6 мең гектар.
Бөгөнгә 177,3 мең гектарҙа ужым бойҙайы сәселгән, ужым баҫыуында төп өлөш уға тура килә. Быйыл был культураның уртаса уңышы ужым арышы уңышынан күберәк — гектарынан 19 центнерға ҡаршы 25,5 центнер.
2020 йылғы уңыш өсөн 550 мең гектар сәселә.
Дәүләкән, Көйөргәҙе, Саҡмағош райондарында планлаштырылған майҙандарҙа сәсеү эштәре башҡарылған. Илеш, Стәрлебаш, Ауырғазы райондары сәсеүҙе тамамлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.
Читайте нас: