Башҡортостанда «әбейҙәр сыуағы»на алмашҡа ямғырлы һәм көҙгө һалҡын һауа торошо килде. Синоптиктарҙың яҡынса фаразы буйынса, алдағы ике аҙнала һауа температураһы көндөҙ +5, +8, төндә 0,+2 градус була.
Көн һайын тиерлек ямғыр яуыуы көтөлә.
17 сентябрҙән 22-һенә тиклем көндөҙгө сәғәттәрҙә йылы һауа торошо һаҡлана: +15, +8 градус, төндә 0, +9 градус.
23 сентябрҙән 26-һына ҡәҙәр һиҙелерлек һалҡынайта: көндөҙ +4, +8, төндә 0, +3 градус.
Сентябрь аҙағында көҙ көнө кеүек һалҡын һәм ямғырлы була, урыны менән ҡырау һәм епшек ҡар фаразлана.