Башҡортостанда балалар түңәрәктәрен һәм төрлө секцияларын сертификат ярҙамында түләргә мөмкин. Републиканың 36 муниципалитетында, шул иҫәптән, Өфөлә яңы система һынау үтә.
Өҫтәмә белем алыуға дәүләт һәр балаға 8 мең 800 һум аҡса бүлә. Был аҡсаны башҡа маҡсатта файҙаланып булмай, шул уҡ ваҡытта дәүләт, муниципаль түңәрәктәрҙән тыш шәхси секцияларға ла йүнәлтергә мөмкин.