+21 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
18 Сентября 2019, 23:54

Башҡортостан Башлығы инаугурацияһына Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил Игорь Комаров килә

19 сентябрҙә Радий Хәбиров ант бирә һәм рәсми рәүештә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡара башлай.

19 сентябрҙә Радий Хәбиров ант бирә һәм рәсми рәүештә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡара башлай. Тантана Дәүләт Йыйылышы йортонда уҙа. Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәресә, сарала ҡатнашыусыларҙың күп булыуы көтөлмәй.
«Сараны эш шарттарында уҙғарыу планлаштырыла, ҡабул итеүҙәр, концерттар, башҡа төбәктәрҙән күпләп ҡунаҡтар саҡырыу күҙалланмай. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Бик аҙ сығыштар һәм аныҡлыҡ. Был Башлыҡтың эшлекле кәйефенә тулыһынса тура килә», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.
Шулай уҡ Толкачев республика етәксеһе вазифаһында эш башлау хөкүмәт үҙ вәкәләттәрен һала тигәнде аңлатыуын әйтте.
«Башлыҡ уны яңынан төҙөргә тейеш. Республиканың алдағы биш йылдағы үҫеше төп вазифаларға ниндәй кешеләрҙең килеүенә бәйле», — тип билдәләне Константин Толкачев.
Инаугурация тантанаһынан һуң Радий Хәбиров Башҡортостандың 2024 йылға тиклем үҫеш пландары һәм аныҡ аҙымдары тураһында мөһим документты уҡып ишеттерә.
Читайте нас в