+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2019, 14:36

Еңеүсене тамашасы һайлай

“Театраль Волга буйы” округ фестивале тамамланып килә.

“Театраль Волга буйы” округ фестивале тамамланып килә.
Финалға сыҡҡан спектаклдәрҙең видеоверсиялары – Волга буйы федераль округы төбәктәренән 14 студент һәм 14 мәктәп тамашаһы менән проекттың http://театральноеприволжье.рф/ сайтында танышырға мөмкин. Теләге булған һәр кем сайтта спектаклде ҡарап, оҡшағаны өсөн тауыш бирә ала. Фестивалдә еңеүсене нәҡ тамашасылар һайлаясаҡ.
Рәсәйҙә Театр йылына арналған “Театраль Волга буйы” фестивале 27 мартта башланғайны. Ул студенттар һәм уҡыусылар араһында театр хәрәкәтен танытыуға, йәштәр театр сәнғәтен үҫтереүгә яңы этәргес биреүгә йүнәлтелә.
Башҡортостанда студент коллективтары араһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы “Ҡорос” халыҡ театрының “Тиле йәшлек” спектакле иң яҡшыһы тип танылғайны, мәктәп театрҙары араһында иһә төп бүләккә Межгорье ҡалаһынан “Пауза” студияһы лайыҡ булғайны.
Фото: РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәте.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
Читайте нас: