-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2019, 11:36

Урман ҡырҡыу һәм уны эшкәртеү урындарын билдәләү менән башҡарма власть органдары шөғөлләнәсәк

Был туралағы законға үҙгәрештәр индерелеүе көтөлә.

Был туралағы законға үҙгәрештәр индерелеүе көтөлә. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаттары көҙгө сессияла тәүге президум ултырышы үткәрҙе.
Республика бюджеты быйылға өҫтәмә 8 миллиард һум менән тулылана һәм ҡаҙнаның килем өлөшө 196 миллиард һумдан ашыуыраҡ тәшкил итәсәк. Өҫтәмә аҡса социаль өлкә, төбәк иҡтисадының реаль секторына һәм Юл фондына йүнәлтеләсәк. Был турала законға үҙгәреш тәүге уҡыуға тәҡдим ителә.
Билдәле шәхестәрҙең исемен үҙҙәре иҫән саҡта уҡ урамдар, ойошмалар һәм башҡа урындарға бирергә мөмкин буласаҡ. Федераль законда тыйылмаһа ла быға тиклем республикала шәхес вафатынан күпмелер ваҡыт үткәндән һуң ғына уның исемен мәңгеләштереп була ине. Депутаттар үҙгәреште көҙгө сессияның тәүге президиумы ултырышында тикшерҙе. Киләһе йылдың ғинуарынан төбәктәге бөтә балалар йорттары ла Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағына күсә.
Ә ауыр тормош шарттарында ҡалған балалар ялын ойоштороу менән киреһенсә Мәғариф министрлығы шөғөлләнәсәк. 2020 йылдың беренсе ғинуарынан хеҙмәт ветерандары һәм тыл эшсәндәренә түләүҙәрҙе арттырыу ҡарала. Төбәктә углеводород сеймалын эҙләү һәм табыусы ойошмаларға ташламалы һалым түләү ваҡытын оҙайтыу тәҡдиме бар. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләрен һауыҡтырыу менән шөғөлләнгән һалым түләүселәр категорияһын киңәйтеү ихтыяжына бәйле законға үҙгәреш индерелеүе ихтимал. Ә бына тоҡомло йылҡы малын үрсетеүсе ойошмалар киләсәктә һалым түләүҙә льгота менән файҙалана алмаясаҡ.
Бәлиғ булмағандарға тәмәке тартыу изделиеларын һатыу тыйыласаҡ. Был туралағы ҡанунға үҙгәреш индереү икенсе уҡыуға тәҡдим ителә. Депутаттар фекеренсә тәмәке тартыуға имитация насар ғәҙәткә нигеҙ һала.
Ошо һәм башҡа тәҡдимдәрҙе Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары 26 сентябрҙә парламент ултырышында ҡараясаҡ. Уға тиклем депутаттар 19 сентябрҙә сираттан тыш йыйыла.
Президиум ултырышында шулай урман ҡырҡыу һәм эшкәртеү, алимент түләү һәм һәүәҫкәр театрҙар үҫеше тураһында тәҡдимдәр ҡаралды.
Читайте нас: